понедельник, 25 марта 2013 г.

Сүриә оппозиция коалицияһы башлығы әл-Хатыб отставкаға китте.



 Сүриәнең оппозиция һәм революция көстәре милли коалицияһы башлығы шәйех Әхмәт Муаз әл-Хатыб отставкаға китте. Сәбәбе- радикалдар һәм сит ил спонсорҙары менән фекер төрлөлөгө. Коалиция етәкселегендәге 63 ағзаның 12-һе уның өлгөһөнә эйәрҙе.

Ғинуарҙа әл-Хатып, тиҙерәк көс ҡулланыуҙарҙы туҡтатыу маҡсатында, Дәмәшк менән һөйләшеүҙәр башларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Әммә сит ил оппозицияһының килешмәүсән курсын үҙгәртергә уға катарлылар ҡамасауланы, улар Стамбулда 19 мартта үткән ултырышта ваҡытлы хөкүмәт премьеры һайлау эшен көсләп таҡты.

Премьер итеп Хәссән Хитто һайланды һәм шунда уҡ Сүриә властары менән бөтә контакттарҙан баш тартты, төп маҡсат итеп һөйләшеүҙәрҙе түгел, ә президент Асадты бәреп төшөрөүҙе ҡуйҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий