понедельник, 25 марта 2013 г.

Үҙәк Африка Республикаһында баш күтәреүселәр президент һарайын ҡулға төшөрҙө.



Үҙәк Африка республикаһындағы “Селекатөркөмө баш күтәреүселәре илдең баш ҡалаһы Бангиҙы үҙ контроле аҫтына алды. Һуңғы айҙарҙа президент Франсуа Бозизеға тоғро булған частар һәм баш күтәреүселәр араһында ҙур алыштар барҙы.

ҮАР(ЦАР) президентына бер нисә Африка дәүләте- КАР, Ангола, Чад һәм башҡалар хәрби ярҙам күрһәтте. Шуға ҡарамаҫтан, оппозиция ғәскәрҙәре уңышлы һөжүм итә. Йәкшәмбе улар президент һарайын ҡулға төшөрҙө.

Баш күтәреүселәр бинаға бәреп инергә ярты сәғәт ҡалғас ҡына, дәүләт башлығы унан китеп өлгөрҙө. Бозизе күршеләге Конго Демократик Республикаһына ҡасты. Уның хөкүмәте БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса комиссариатына ҮАР президенты ғаиләһенең 25 ағзаһын күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Президент һарайын ҡулға төшөргәндән һуң, баш күтәреүселәр үҙәк радиостанцияның төп офисына юлланырға ниәтләй. Унан төркөм башлығы Мишель Джотодия республика халҡына мөрәжәғәт итмәксе.

ҮАР-ҙа хәлдәрҙең ҡатмарланып китеүе сәбәпле, Париж кисекмәҫтән БМО Именлек Советы ултырышын үткәреүҙе талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий