понедельник, 25 марта 2013 г.

Парижда йөҙҙәрсә мең француз бер енесле никахтарға ҡаршы сыҡты.



Йәкшәмбе Парижда йөҙҙәрсә мең француз бер енесле никахтарҙы легалләштергән һәм уларға тәрбиәгә балалар алырға мөмкинлек биргән “Барыһы өсөн дә никах” закон проектына ҡаршы манифестацияла ҡатнашты. Февраль уртаһында закон проекты Францияның Милли йыйылышы тарафынан раҫланды, ә Сенатта ул 4 апрелдә ҡараласаҡ.
Манифестацияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Был проектта етешһеҙлектәр, йәмғиәт өсөн зарарлы хаталар һәм нормаль булмаған тайпылыштар барлығын сенаторҙарға күрергә ваҡыт етте. Был мәсьәләгә сенаторҙарҙың үтә лә яуаплы ҡрарауын һорайбыҙ.”
“Ир һәм ҡатын тәбиғи рәүештә бер-береһен тулыландыра. Баланы ике ир йәки ике ҡатын тәрбиәләһә, ул, бәлки, һөйөлөп үҫер, белемле лә булыр, әммә кешелек эволюцияһының фундаменталь нигеҙҙәренән мәхрүм ҡалыр.”
Манифестацияла ҡатнашыусылар Франция президентын никах һәм барыһына ла балаларҙы аҫрауға биреү хоҡуғы тураһындағы закон проектын кире алырға һәм уны бөтә халыҡ референдумына ҡуйырға саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий