суббота, 23 марта 2013 г.

Мәскәүгә! Мәскәүгә! Яңы ҠХР башлығының Мәскәүгә тәүге визиты.



ҠХР рәйесе Си Цзиньпиндың был  вазифала Мәскәүгә тәүләп килеүе Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре үҫешенә яңы импульс бирергә тейеш. Был турала Рәсәй лидеры Владимир Путин белдерҙе һәм “донъя сәйәсәтенең мөһим факторы булған ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яҡшы осор кисереүен” билдәләне.

Мәскәү һәм Пекин мөнәсәбәттәре тарихы гел генә ал да гөл булмаһа ла, эксперттарҙың фекере буйынса, хәҙер ул дуҫтарса прагматик характерҙа. ҠХР һәм Рәсәй араһындағы сауҙа бәйләнеше һуңғы ике йыл эсендә 40 процентҡа артты. 2010 йылда уҡ Ҡытайҙың мөһим сауҙа партнеры булған Германияны Рәсәй алмаштырҙы.

“ҠХР рәйесе вазифаһы йөкмәтелгәс тә, мин дәүләт визиты менән Рәсәйгә килдем,- тине Си Цзиньпин.-Мин ҡәҙимге йоланы дауам итәм- беҙҙең дәүләт башлыҡтары, Рәсәй-Ҡытай партнерлығының һәм стратегик бәйләнешенең юғары кимәлдә булыуын күрһәтер өсөн, сит илгә иң тәүге визитты бер-береһенә яһай.”

Владимир Путин:
”Беҙ идара итеүсе рәйес менән күптән таныш, электән үк беҙҙең арала дуҫтарса мөнәсәбәттәр йәшәп килә, әммә Ҡытай дәүләте башлығы сифатында Цзиньпин әфәнде тәүләп килә һәм, ғөмүмән, ошо сифатта уның сит илгә тәүге сығыуы. Беҙ быны бик юғары баһалайбыҙ.”

Эксперттарҙың фекере буйынса, төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙән тыш, әлеге визит БМО Именлек Советы ағзалары булған ике ил берҙәмлеген Көнбайышҡа күрһәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Комментариев нет:

Отправить комментарий