суббота, 23 марта 2013 г.

Нигерия әҙәбите классигы Чинуа Ачебе донъя ҡуйҙы.



Нигерия әҙәбиәте классигы, “Букер”премияһы лауреаты Чинуа Ачебе Бостонда (АҠШ) 82 йәшендә донъя ҡуйҙы.

Ачебеның 1958 йылда сыҡҡан “Һәм ҡыйралыш килде”романы- хәҙерге заман Африка әҙәбиәтенең иң күренекле әҫәре. Ул Нигерияның колониаль үткәненә һәм хәҙерге заман проблемаларына арналған. Китап 50-нән ашыу телгә тәржемә ителгән. Уның башҡа романдары ла бөтә донъяға танылған.

Чинуа Ачебе Нигерия властарын ҡаты тәнҡитләүе менән дә билдәле. Ҡаршылыҡ йөҙөнән ул ике тапҡыр хөкүмәт наградаларынан баш тартты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий