пятница, 22 марта 2013 г.

КЭФ(РПК) ҡораллы көрәште туҡтата һәм Төркиә властары менән хәлдәрҙе сәйәси яйға һалыу этабын башлай.



Курдстан эшселәр фирҡәһе боевиктары һәм Төрөк дәүләте араһындағы 30 йылға яҡын һуҙылған конфликт аҙағына яҡынлаша кеүек. 2011 йылда төшөрөп алынған кадрҙарҙа иҫәбе буйынса НАТО-ла АҠШ-тан ҡала икенсе урында торған төрөк армияһы вертолеттары Ирак сигенән алыҫ түгел курд сепаратистарына ҡаршы хәрби операция алып бара.
Хәрби юл менән хәл итеү мөмкин булмаған был аяуһыҙ конфликт ваҡытында тыныс граждандар ауыр хаҡ түләне. Күптәр теракт ҡорбаны булды.
”Террористар айырым мәсьәлә. Ошоғаса беҙ улар менән көрәштек. Ҡораллы көрәштең дөрөҫ юл түгел икәнлеген аңлағандарҙыр, тип уйлайым. Төркиә демократияны үҫтереү буйынса ныҡлы саралар күрергә иҫәп тота. Был беҙҙең адресҡа яуған тәнҡиттән ҡотолорға ла ярҙам итәсәк,-”тине Төркиә президенты Абдулла Гөл.
Әгәр төрөк демократияһына һәм халыҡ-ара йәмәғәтселек алдындағы абруйына ҡара тап булып ятҡан яңы тарихтың был ҡанлы битен ябып ҡуя алһа, Төркиә уңасаҡ ҡына.
”Милләт”гәзитенән Аслы Айдынташбаш бына нимә уйлай:
”Төркиәнең амбициялары ҙур. Ул регион лидеры, ислам хөкүмәттәре башлығы булырға теләй. Әгәр ул Яҡын Көнсығышта, регионда лидер булырға иҫәп тота икән, эске ҡанлы конфликт уға кәрәкмәй.”
Ил эсендәге хөкүмәттең маҡсаттарында сәйәси хәүеф бар, әммә курдтар һәм төрөктәрҙең уйынса, ҡан былай ҙа күп ҡойолған.
”Минең уйымса, төрөк хөкүмәтенең сәйәси юл менән барырға ниәтләүе- дөрөҫ аҙым. Был хәл берәүгә лә оҡшамай: һалдаттарҙың ата-әсәләренә лә, төрөк граждандарына ла, курдтарға. Беҙ барыбыҙ ҙа бергә үҫтек, граждандарҙың күпселеге был ҡарарҙы хупләй.”
Диярбакыр ҡалаһында миллион ярым халыҡтың яртыһы- курдтар. Улар һуғыш, ярлылыҡ, курд милләте барлығын танымауҙы үҙ еләкәләрендә татыған. Хәҙер улар сәйәси юлдар менән автономия алыу һәм курд телен танытыу өсөн көрәшә.
Стамбул хәбәрсеһе курд яҙыусыһы Әнүәр Сезгин менән осрашты. Һеҙгә уларҙың әңгәмәһен тәҡдим итәбеҙ.
 Евроньюс: Артабанғы аҙым ниндәй буласаҡ?
Cезгин: Уйлауымса, әгәр Курдстан эшселәр фирҡәһе ғәскәрҙәре сығарылһа, артабан эш парламент ҡулында. Төп мәсьәлә- КЭФ көстәрен хәүефһеҙ сығарыуҙы тәьмин итеү. Хөкүмәт бының өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Был үтә лә нескә мәсьәлә. 1999 йылда, ғәскәрҙәрҙе сығарғанда, төрөк көстәре ут асты, шул арҡала бик күп кешеләр һәләк булды. Ике яҡ та бер-береһенә ышанмай. Быны үҙгәртергә кәрәк. Премьерҙың именлек тәьмин итеү вәғәҙәһен эш менән күрһәтергә кәрәк. КЭФ сығарылғандан һуң, уларҙың лидерҙарын да индереп, кире Төркиәгә ҡайтарыу, көндәлек тормошҡа ҡайтарыу  тураһында килешеү төҙөлөргә тейеш. Проблема ҡоралһыҙландырыуҙа ғына тормай. Курд мәсьәләһе тыныс, демократик юл менән хәл ителергә тейеш, бының өсөн башҡа эштәр ҙә эшләнеүе зарур.
Евроньюс: Ниндәй эштәр ул?
Cезгин: Беренсенән конституция проблемаһы. Парламент яңы конституция өҫтөндә эшләй. Ул демократик характерҙа булырға һәм курд проблемаһын хәл итеүгә нигеҙ һалырға тейеш. “Гражданлыҡ”төшөнсәһен үҙгәртеү мөһим. Конституция бөтә этник төркөмдәргә тигеҙ ҡарарға һәм нейтраль булырға тейеш. Туған телдә белем алыуға кәртә ҡуйырға тейеш түгел. Тағы бер нәмә- ҡарар ҡабул итеүҙә һәр кемдең ҡатнашыуы мөһим, мин бында үҙидаралыҡ хаҡында әйтмәксемен.
 Евроньюс: Курдтарҙың яңы лозунгыһы: Оджаланға- ирек, курдтарға- статус. Оджаландың хәле үҙгәрер тип уйлайһығыҙмы?
Сезгин: Имралиҙың төрмәнән яҙған хатынан беҙ шуны аңланыҡ: шәхси мәсьәләһе процестың бер өлөшө булыуын ул теләмәй. Билдәле, уны һуңыраҡ күтәрергә була. Әгәр тыныслыҡ булдыра алһаҡ, был хаҡта ла һөйләшәсәкбеҙ. Абдулла Оджалан 14 йыл инде төрмәлә ултыра. Әгәр тыныслыҡ килһә, уға бирелгән язаға кешеләрҙең мөнәсәбәте лә үҙгәрәсәк. Ул саҡта быны көн тәртибенең бер өлөшө итеп күтәрергә мөмкин буласаҡ һәм йәмғиәт был проблеманы хәл итә аласаҡ.
Евроньюс: Проблеманы тамырынан йолҡоп алып ташларға, конфликтҡа сик ҡуйырға мөмкин буласаҡмы?
Cезгин: Тыныслыҡ булдырыу- ҡатмарлы эш. Бер нисә кешенең өҫтәл артына ултырып һөйләшеүе генә әҙ. Был мөһим, әлбиттә, әммә беҙ общиналар тураһында һүҙ алып барабыҙ, ә бында эште бер инсә айҙа яйға һалыу мөмкин түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһы ҡан менән тапланған, уны бер нисә айҙа ғына йыуып булмай. Был оҙайлы процесс. Процестың ахырында ғына төрөк йәмғиәтендә тыныслыҡ буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий