пятница, 22 марта 2013 г.

Хаменеи: Әгәр беҙгә һөжүм итһәләр, Хайфа һәм Тель-Авив юҡ ителәсәк.



20 мартта Израилгә АҠШ президенты Барак Обама килде. Израиль лидерҙары менән һөйләшеүҙәр барышында Иран ядро программаһы хаҡында ла һүҙ барҙы. Океан артынан килгән ҡунаҡ Иран ядро хәүефен нейтралләштереүҙә Израилдең үҙ аллы эш итергә хоҡуғы барлығын таныны, шулай ҙа дипломатияға ваҡыт бирергә саҡырҙы.
Быға бәйле Мешһедта Науруз байрамы уңайы менән сығыш яһаған Ирандың дини башлығы аятолла Али Хаменеи шулай тип белдерҙе:
“Ваҡыт-ваҡыт сионистар режимы беҙгә янай, хәрби һөжүм яһау менән ҡурҡыта. Уйлауымса, улар белә, әгәр белмәһәр, шуны белеп ҡуйыуҙары яҡшы: был хатаны эшләһәләр, Ислам республикаһы Тель-Авив һәм Хайфаны ер йөҙөнән юҡ итәсәк.”
Таһран тарафынан бындай белдереүҙәр тәүге тапҡыр ғына яңғырамай, тик күп осраҡта һүҙ Израиль һөжүменә яуап хаҡында бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий