пятница, 15 марта 2013 г.

Яңы папа һайланыуына Аргентинала бөтәһе лә ҡәнәғәт түгел.



Аргентина Буэнос-Айрес архиепискобының  Рим-католик сиркәү башлығы булып һайланыуын һаман байрам итә. Хорхе Марио Бергольо- Америка ҡитғаһынан тәүге Рим папаһы. Күптәр уның ябай халыҡҡа яҡын, тыйнаҡ булыуын билдәләй:

Уның ябайлығы тәбиғи. Ул протоколдарҙы яратмай. Уға рухи йәки башҡа мөһим мәсьәләргә ҡағылмаған ҙур саралар оҡшамай.”

Шул уҡ ваҡытта Аргентина кешеһенең папа престолына һайланыуы Рим-католик сиркәүенең тиҫтәләрсә мең кешене ҡорбан иткән“бысраҡ һуғыш” заманындағы позицияһы, руханиҙарҙың хәрби хунта вәкилдәре менән контакттары хаҡындағы бәхәстәрҙе йәнә ҡуйыртып ебәрҙе. Хорхе Марио Бергольо ул йылдарҙа иезуиттар орденына етәкселек итә.

“Улар кеше үлтереүселәрҙең гөнаһтарын ярлыҡаны. Кеше үлтереүселәр тәүбә итергә тейеш, ә улар хатта суд ваҡытында ла тәүбә итмәне.Ул шул заманда епископ итеп тәғәйенләнде. Епископ булараҡ ул күпте эшләй алыр ине. Әммә мин бер кемде лә ғәйепләй алмайым.”
Аргентина суды, хунта енәйәттәрен тикшергәндә, яңы папаға бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәне, әммә “бысраҡ һуғыш” күләгәһе сиркәүгә лә, шәхсән уның үҙенә лә төштө.
40 йыл Аргентинала йәшәгән итальян журналисы Франческа Амброджетти үҙенең китабында был шикте таратырға тырыша:
 “Минең уйымса, кардиналдар сиркәү эшен дөрөҫ күргән кәрәкле кешенең һайланы.Үҙенең концепцияһын элекке кардинал, ә хәҙер папа, китабында асып һала. Ул сиркәү, уның миссияһы, үҙ бурыстарын үтәп кенә ҡалмай, католиктарҙың талаптарына яуап биргән, кешеләрәгә табан атлаған сиркәү хаҡында һөйләй.”
 Олаф Брунс, euronews:
“Яңы папа хаҡындағы фекерҙәр бында, Аргентинала, бер-береһенән апарыу айырыла. Франциск ошо ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығара алырҙай папа була алырмы-юҡмы- быныһын ваҡыт күрһәтер. Хәҙер иһә кардиналдар аныҡ консерватив йүнәлеш алған һымаҡ тойола.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий