Йома Каракаста ял көнө итеп иғлан ителде. Уҙған аҙнала
вафат булған президент Уго Чавестың табуты янына халыҡты индереү тамамланды. Хәрби
хушлашыу парадынан һуң, командантеның кәүҙәһе Хәрби академия даны залынан Революция
музейына күсереләсәк. Матәм процессияһында
йөҙҙәрсә мең Венесуэла халҡы ҡатнашыр, тип көтөлә.
“Президенттың
кәүҙәһен ҡабул итеү- беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, сөнки Уго Чавес мәңге беҙҙең
йөрәктәрҙә ҡаласаҡ. Уның үлеме беҙҙең өсөн ҙур фажиғә,-”ти музейға яҡын
кварталда йәшәгән ҡатын.
Чавестың кәүҙәһен
бәлзәмләргә теләйҙәр. Әммә был эш килеп сыҡмауы ла ихтимал: ваҡытлыса ил
президенты вазифаһын башҡарған Николас Мадуро әйтеүенсә, Венесуэлаға килгән
белгестәр бәлзәмләү тураһындағы ҡарарҙың һуң ҡабул ителеүе, шул арҡала
ҡыйынлыҡтар тыуыуы тураһында белдерә.
Әлеге мәлдә властар, Уго Чавес Венесуэланың “тарихи
дошмандары”тарафынан ағыуланыуы ихтимал тип, тикшереү эше башланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий