пятница, 15 марта 2013 г.

Европа суды Испанияла ипотека буйынса бурысҡа батҡандарҙы яҡлай.



 Ипотека кредиттары буйынса бурысҡа батҡандарҙы йорттан ҡыуырға рөхсәт итеүсе Испания закондары артыҡ ҡаты һәм Европа нормаларына тап килмәй- Европа суды шундай һығымтаға килгән. Иҡтисади көрсөк һәм эшһеҙлектең артыуы арҡаһында Испанияла тиҫтәләрсә мең кеше йортһоҙ ҡалған, ә меңләгән фатир буш тора.

Ипотека көрсөгө ҡорбандарын яҡлау ойошмаһы вәкиле ил хөкүмәтенән конкрет эш көтә:

Беҙ законды үҙгәртеү зарурлығы тураһында әйткәйнек инде. Ғәҙел хөкөм граждандарҙың дәғүә белдереүенә йәки Европа суды судьяларының әүҙемлелегенә бәйле булырға тейеш түгел. Беҙгә кешенең төп хоҡуҡтарын боҙоуға нөктә ҡуйыусы закон кәрәк.”

Түләнмәгән кредит өсөн көсләп фатирҙан ҡыуыу Испанияла үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың күбәйеүенә сәбәпсе булған. Бындағы закондар буйынса, банк күсемһеҙ милекте конфискациялағас та, бурыслы әҙәм алынған займдың ҡалған өлөшөн түләп ҡуйырға тейеш.

Испания властары тиҙ арала ҡануниәтте үҙгәртәсәктәре хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий