суббота, 16 марта 2013 г.

Германия: Бенедикт XVI – persona non grata.



11 февралдә Бенедикт XVI, папа престолынан баш тартып, сенсация тыуҙырҙы һәм сиркәүҙе ҡаушатты, сөнки бындай хәл 6 быуат булғаны юҡ ине.

Рейн ярҙарында был хәбәрҙе битараф ҡабул иттеләр. Һуңғы ваҡыт немецтарҙың Рим папаһына мөнәсәбәте бик үк йылы булманы. Ә башланғанда барыһы ла ал да гөл ине. 2005 йылдың апрель көнөндә, кардинал Ратцингер Ватикан престолын алғас, Германия католиктары һәм бөтә немецтар бик шатланғайны. Баллы ай шул уҡ йылда Кельндә үткән Халыҡ-ара йәштәр көндәрендә лә, киләһе йылына папаның Освенцимға символик визиты осронда ла дауам итте.

Артабан мөнәсәбәттәр ҡаҡшай башланы: тәүҙә Холокосты инҡар иткән епископтарҙы кире сиркәү ҡосағына алыу, аҙаҡ рухани-педофилдар ғауғаһы арҡаһында. 2011 йылда пастырь визиты менән Бенедикт XVI тыуған иленә ҡайтҡанда, уны һалҡын ҡаршы алдылар.

Бер йыл алда Мюнхен епархияһы  шундай уҡ ғауғаға дусар булғайны. Баҡтиһәң, 80-се йылдарҙа Мюнхен архиепискобы шәхсән үҙе “аҙашҡан ҡуйҙарының”эшен йомоп ҡалдырған икән. Был кеше- тап Йозеф Ратцингер.

“Ватиканда финанс закондарын боҙоу һәм башҡа эштәрҙе тикшереүҙән шөрләйҙәр. Уйлауымса, элекке папа Баварияға ҡайтмаҫ, Ватиканда йәшәргә ҡалыр һымаҡ, сөнки уның унда эҙәрлекләүҙәрҙән иммунитеты буласаҡ,-”тип иҫәпләй тарихсы Джон Поллард.

Йозеф Ратцингерҙың вафат булғансы илен барып күреүе икеле. Германияла ҡаршылыҡ йөҙөнән 150 мең кеше католик сиркәүенән сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий