Рим-католик сиркәүенең яңы башлығын һайлауҙы христиан
донъяһынан ситтә ла күҙәтеп барҙылар. Стамбулдың бер кафеһына йөрөүселәр яңы
понтифик христиан һәм ислам донъяһы
араһында көсөргәнешлелек тыуҙырмаҫ тигән өмөттә:
“Мин
яңы папа менән элеккеһен һағынырға тура килмәҫ, тип өмөтләнәм. Яңы понтифик
тыныслыҡҡа хеҙмәт итер, ә был мосолмандарға ла яҡшылыҡ килтерер, тип уйлайым".
Алдағы понтификат ҡаршылыҡһыҙ булманы. 2006 йылда Бенедикт XVI һөйләгән дини лекция күп мосолмандарҙың
асыуын ҡабартты.
Кафеға килеүсе:
“Беҙ, мосолмандар, Бенедикт XVI яһаған
белдереүҙәр кеүек нәмәләрҙе өнәп бөтмәйбеҙ. Беҙ уларҙың эштәренә ҡыҫыла
алмайбыҙ. Әлеге папа элеккеһенән айырылып тотор, тип кенә өмөтләнәбеҙ.”
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: башланып киткән бәхәстән һуң, Бенедикт XVI 2007 йылда Төркиәлә булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий