Париждағы Эйфель башняһы
тирәһендә йөрөү еңелдән булманы. Ҡар, боҙлауыҡ Франция урамдарындағы хәрәкәтте
хаосҡа әйләндерҙе. Ҡарлы-боҙло юлға күнекмәгән Париж ҡатын-ҡыҙы нәзәкәтле атлау
ҡағиҙәләрен дә онотто.
Көн яманы йәйәү йөрөүселәрҙе
генә түгел, транспорт хужаларын да ҡаҡшатты. Велосипедсылар боҙло юлда йыш ҡына
тайып йығыла, ә автомобилдәр ҡуҙғала алмай тора, тығындар барлыҡҡа килтерә.
Ла-Манш аҫтынан йөрөгән Евростар поездары ҡайтанан эш башланы, әммә йыш ҡына
һуңлай.
Ҡыштың әйләнеп ҡайтыуы ҡар
яуыуыға күнеккән Германияла ла халыҡты бәләләргә юлыҡтырҙы. Автомагистралдәрҙә 100-ҙән
ашыу юл һәләкәте булды, һәләкәттәр һәм ҡарҙың мул яуыуы күп саҡрымдарға
һуҙылған тығындар барлыҡҡа килтерҙе.
Шаршамбы Франкфурттағы
Майнда хәлдәр тотороҡлана башланы. Шишәмбе, ябалаҡлап ҡар яуыуы арҡаһында, Европаның
өсөнсө һауа гаване 1200 рейстың 800-өн кисектерергә мәжбүр булды. 3 мең кеше,
Франкфурттан осоп китә алмайынса, төндө аэропортта уҙғарҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий