четверг, 14 марта 2013 г.

Сүриәләге һуғыштан 2 миллион бала зыян күрҙе.



Сүриәләге граждандар һуғышы барышында 2 миллион бала зыян күрҙе.  Шаршамбы көн бөтә донъяла балалар хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнгән халыҡ-ара Save the Children ойошмаһы үҙенең докладын баҫтырып сығарҙы. Унда күпселек бәләкәй сүриәлеләрҙең  белемдән мәхрүм булыуы, йүнләп туҡланмауы, өшөп йөрөүе, тамаҡ туйҙырыр өсөн, урам ҡыҙырыуы хаҡында әйтелә. Күп балалар көс ҡулланыуҙарҙың шаһиты булған.

“Ракета беҙҙең өйгә төштө. Беҙ емерелгән өйҙө тәртипкә килтерә башланыҡ. Шунан йәнә бер ракета шартланы. Мин йәрәхәтләндем, хәстәханаға эләктем,-”тип һөйләй 450 000 сүрәиле төйәк тапҡан Иорданиялағы ҡасаҡтар лагерында йәшәүсе үҫмер.

Фронтта ҡораллы төркөмдәр  балаларҙы ярҙамсы рәүешендә файҙалана. Ата-әсәләр бәлиғ булмаған ҡыҙҙарын кейәүгә бирә.

“Баланың дуҫтарын нисек үлтереүҙәрен, атаһын нисек язалауҙарын, ағаһының аяғына атыуҙарын һөйләүен, кескәй ҡыҙҙың йортона авиаһөжүм яһауҙарын, бөтә ғаиләһенең һәләк булыуын һөйләүен һеҙҙең ишеткегеҙ килмәй!-” ти Save the Children ойошмаһы етәксеһе.

Шаршамбы БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса агенствоһы йәнә халыҡ-ара йәмәғәтселекте Сүриәлә зыян күреүселәргә ярҙамға вәғәҙә ителгән аҡсаларҙы йәһәтерәк күсереүҙе һораны. Ҡасаҡтар һаны миллионға етте һәм артабан артыуын дауам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий