среда, 13 марта 2013 г.

Испания йәштәрҙе эш менән тәьмин итәсәк.



Испания йәштәр араһындағы эшһеҙлек менән көрәшкә 3,5 миллиард евро бүләсәк- был турала шишәмбе көн илдең премьер-министры Мариано Рахой белдереү яһаны. Был аҡсаның өстән бер өлөшөн Евроберләшмә бирәсәк. 4 йылға иҫәпләнгән һәм 100 пункттан торған махсус планда йәштәр өсөн һәм уларҙы эшкә алған компаниялар өсөн һалым льготалары ҡаралған. Был сумманың бер өлөшө мәғариф өлкәһенә ебәреләсәк. Рахойҙың фекере буйынса, ул саралар миллиондан ашыу испанлыларға эш табырға мөмкинлек бирәсәк:
“Көрсөк арҡаһында йәштәр Испаниянан китә. Иң әүҙемдәр, бирешергә теләмәгәндәр юллана сит яҡтарға. Бөгөн беҙҙең бурыс- уларҙы яҡлау. Сит-ят ерҙә түгел, мөмкинлектәрен үҙ ерендә күрһәтһендәр, асһындар.”
Эшһеҙлек Испанияла рекорд ҡуйҙы. Бөгөн 18 - 25 йәштәгеләрҙең һәр икенсеһе эшһеҙ.Уҙған ял көндәрендә илдең тиҫтәләгән ҡалаһында ҙур ҡаршылыҡ акциялары үтте. Демонстрацияла ҡатнашыусылар хөкүмәттең отставкаға китеүен һәм иҡтисади курстың алмашыныуын талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий