среда, 13 марта 2013 г.

Бәләкәй ферма хужалары Евроберләшмәнән күберәк ярҙам көтә.



 Дөйөм ауыл хужалығы сәйәсәте реформаһы буйынса хәл иткес тауыш биреү алдынан Страсбургтағы Европарламент стенаһы янында йыйылған Евроберләшмә илдәре аграрийҙары бәләкәй ферма хужалыҡтарына күберәк ярҙам итеүҙе талап итә. Мәсьәләнең хаҡы- фермерҙарға йыл һайын бүленгән 60 миллиард евро.

Бернар Пиньон Германиянан килгән:
Германияла уҙған йыл тиҫтәләгән ферма хужаһы үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты, Францияла ла шундай уҡ хәл. Әйтергә кәрәк, ферма хужалары ул ярҙамдың 20 процентын ғына ала, субсидияларҙың 80 процентын маркетинг йота.”
Еврокомиссия бер ҡулға йылына 300 меңдән артыҡ субсидия бирмәүҙе тәҡдим итә, тимәк, 0,12 хужалыҡ өсөн субсидиялар кәметеләсәк һәм йылына 1,5 миллиард евро экономия килеп сығасаҡ.
“Күпселек фермерҙар 2 меңдән 15 меңгә ҡәҙәр ярҙам ала,- тип аңлата Грециянан евродепутат Никос Крисогелос.-Шуға күрә, ысынлап та, аҡсалар бер нисә ҙур предприятиеға йәки компанияға ғына түгел, бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы фермер хужалыҡтарына бирелергә тейеш.”
Европарламенттың Ауыл хужалығы комитетынан “йәшел евродепутат” Жозе Бове Европа ферма хужаларын эҙмә-эҙлекле яҡлай. Ул да бәләкәй ферма хужаларына күберәк ярҙам бүлеү яғында. Уның фракцияһы  бер фермаға бирелгән субсидия 100 мең евронан армаҫҡа тейеш, тип бара.
”Ферма хужалары, ғөмүмән, күпселек Европа халҡы сауҙа һәм ауыл хужалығы ғәҙел булырға тейеш, өҫтәүенә ферма етештергән аҙыҡ-түлек экология йәһәтенән таҙа булырға тейеш, тип бара. Эште шунан башларға кәрәк тә инде. Әгәр европарламент дөрөҫ тауыш бирмәһә, беҙ күпселек Европа халҡының теләгенә ҡаршы килгән депутаттарҙың исемдәрен халыҡҡа сығарасаҡбыҙ.”
Еврокомиссия шуны тәҡдим итә: ферма хужаларына ярҙам уларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауына бәйле булырға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий