Израиль президенты Шимон Перестың Сүриә конфликтын хәл
итеү буйынса үҙ тәҡдиме бар. Унда төп урында-
Ғәрәп дәүләттәре лигаһы. Европарламенттың пленар сессияһында сығыш яһап,
Перес Сүриәлә ғәрәптәрҙең “зәңгәр
каскалары” эш итергә тейешлеге
тураһында белдерҙе, сөнки Көнбайыштың эшмәкәрлеген бында өнәмәйәсәктәр.
“Ғәрәп
дәүләттәре лигаһы , ҡан ҡойошто туҡтатыу өсөн, Сүриә ваҡытлы хөкүмәтен төҙөй
ала һәм төҙөргә тейеш,-тине Перес.-Ғәрәп илдәренең “зәңгәр
каскалары” инәсәк тыныслыҡ урынлаштырыу көстәрен төҙөүҙә БМО Ғәрәп илдәре
лигаһына ярҙам итергә тейеш.”
Перестың фекере буйынса, ЕС һәм бөтә халыҡ-ара
йәмәғәтселек тә үҙ һүҙен әйтә ала: улар шиғисыларҙың “Хезболлах” төркөмөн
террористик ойошмаларҙың “ҡара
исемлегенә”индерә ала.
“Әйҙәгеҙ
террорҙы террор тип атайыҡ, әйҙәгеҙ Ливанды террористик диуаналыҡтан, Сүриә
халҡын Ирандан, һеҙҙең һәм беҙҙең халыҡты “Хезболлах”тан
ҡотҡарайыҡ. “Хезболлах”-сәйәси хәрәкәт түгел, террористик ойошма.”
Һүҙ ахырында Шимон Перес йәһүд дәүләте проблемаларына
күсте. Ул яңы Израиль хөкүмәте фәләстиндар менән тыныслыҡ хаҡындағы
һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башлар, тигән өмөт белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий