вторник, 12 марта 2013 г.

Мальта халҡы Мускатты оҡшатты.



Парламент һайлауҙарында еңеү яулаған лейбористар фирҡәһе башлығы Джозеф Мускат Урта диңгеҙ дәүләте премьер- министры сифатында ант итте һәм шул рәүешле 15 йыл оппозицияла торған лейбористарҙың  власҡа ҡайтыуын билдәләне.

Үҙенең Ла Валеттелағы ҡыҫҡа ғына телмәрендә элекке журналист һәм Европарламент депутаты шәмбеләге тауыш биреү ваҡытында  ярышташтарына, шулай уҡ элекке премьер Лоуренс Гонзиҙың Милләтселәр фирҡәһенә  партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тәҡдим итте.

Мускаттың эштәре бик тығыҙ булмаҡсы: ошо кесаҙна сираттағы Европа саммиты старт ала. Киләһе йыл Мальта Евроберләшмәгә инеүенең 10 йыллығын билдәләйәсәк, 2017 йылда иһә 6 айға  Евроберләшмәнең ваҡытлы президенты функциялары уға күсәсәк.

 Халҡы 400 000 мең булған Мальта- еврозонаның иң бәләкәй, әммә уңышлы иҡтисадына эйә. Көслө туристик индустрия һәм үҫешкән финанс хеҙмәттәре фонында архипелаг эшһеҙлек кимәленең түбән булыуы, иҡтисадының тотороҡло үҫеше һәм тышҡы бурыстарының бәләкәй булыуы менән маҡтана ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий