вторник, 12 марта 2013 г.

Венгрия парламенты Конституция төҙәтмәләрен раҫланы.



Венгрия парламенты, Брюсселдең ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Конституцияның бәхәсле төҙәтмәләре өсөн тауыш бирҙе. Реформа мәсьәләһен закондар сығарыу органында депутаттарҙың өстән ике өлөшөн тәшкил иткән идара итеүсе фирҡә күтәрҙе. Оппозиция бойкот иғлан иткән тауышҡа ҡуйыу ҡаршылыҡ акциялары менән оҙатылды.

Тәнҡитләүселәрҙең фекере буйынса, төҙәтмәләр суд власын сикләйәсәк һәм юғары белем биреү өлкәһенә кире йоғонто яһаясаҡ. Һуңғыһы менән айырыуса йәштәр риза түгел.

Дәүләт иҫәбенә уҡыусы студенттар билдәле осор эсендә Венгрияла эшләргә тейеш буласаҡтар. Сит илдә эшкә урынлашырға теләүселәр дәүләткә уҡыу хаҡын ҡайтарырға тейештәр.

Будапешта уҙған ялда Конституциялағы үҙгәрештәр менән риза булмағандар ҙур манифестация ойошторҙо.

Евроберләшмә лидерҙары Венгрияны Конституция төҙәтмәһе мәсьәләһен тауышҡа ҡуйыуҙы кисектерергә саҡырып, хөкүмәт һәм парламенттың Евроберләшмәнең демократик принциптарына ярашлы ҡарарҙар ҡабул итергә тейешлектәре хаҡында иҫкә төшөргәйне. Әммә Брюсселдең киҫәтеүенә Будапешт ҡолаҡ һалмаҫҡа булды күрәһең.

Комментариев нет:

Отправить комментарий