вторник, 12 марта 2013 г.

Рим папаһынан аҫтарҙы аяуын һорайҙар.



Сираттағы Рим папаһы әле һайланмаған, ә “королдең яңы күлдәге”ҡаршылыҡ акцияһы башланыуға сәбәпсе булды. Италияның хайуандарҙы һаҡлау хәрәкәте активистары  XVIII быуаттан уҡ сиркәү иерархтарына  тантаналар өсөн кейем тегеүсе Gammarelli ательеһы алдында демонстрация ойошторҙо. Уларҙың асыуҙарының сәбәбе- тантана кейемендә аҫ тиреһен ҡулланыу.

“Ирекһеҙҙән һорау тыуа: Ватикан Урта быуаттарға ҡайтмаймы икән?-ти акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе.-2013 йылда йәшәйбеҙ, ә понтифик ситтәре аҫ тиреһе менән биҙәлгән мантияла йөрөй. Беҙ папаның тире кейем кеймәүен һорап доға ҡылырға ниәтләйбеҙ.

Хайуандарҙы яҡлаусыларҙың асыуын был осраҡта өскә ҡабатларға мөмкин, сөнки яңы папа ла, уның кейем үлсәме лә әлегә билдәле түгел, шуға күрә Gammarelli тантана костюмының өс комплектын теккән- бәләкәйен, уртаса ҙурлыҡтағыһын һәм ҙурын, шул рәүешле ҡиммәтле аҫ тиреһе өс тапҡыр күберәк киткән булып сыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий