вторник, 12 марта 2013 г.

АҠШ-ты киберименлек мәсьәләһе хәүефләндерә.



АҠШ киберһөжүмгә дусар була. Вашингтондың фекере шундай: күпселек осраҡта компьютерҙарҙы “ ватып асыу” менән Ҡытай шөғөлләнә, быға дәлилдәр ҙә бар. Хәүеф ҡайҙан килә? Ҡайҙа башлана һәм ҡайҙа бөтә? Эксперттар әйтеүенсә, өйҙәрендә ултырған хакерҙар хаҡында һүҙ бармай. Бында система бар.
Шаршамбы АҠШ Конгресының эске именлек мәсьәләләре комитетында киберһөжүм проблемаһы ҡараласаҡ. Киберкиңлектә күптән инде өсөнсө бөтә донъя һуғышы бара кеүек. Был алыштың хаҡы- үтә лә мөһим мәғлүмәттәр.
“Факттар шул турала һөйләй: бында шпионаж һәм АҠШ-тың бизнес өсөн бик  мөһим булған интеллектуаль байлығын урлау тураһында һүҙ бара, бәлки, был башҡа илдәргә лә ҡағылалыр,- ти эксперт.-Киберименлек мәсьәләһенә етди ҡарамаған осраҡта, интеллектуаль милектең юғалыуы ихтимал.”
TDI компанияһы башлығы Пол Иннелла әйтеүенсә, хакер һөжүмдәрен барыһы ла яһай һәм барыһы ла быға дусар була, әммә был уйында көстәр тигеҙ түгел, бындай һөжүмдәрҙең ҡайһы бер потенциаль ҡорбандары башҡаларға ҡарағанда күберәк юғалта.
Һүҙ Майкл Хайденға, элекке ҮРИ(ЦРУ) директорҙарының береһенә:
 “Мин Милли именлек агенствоһы директоры булып эшләнем. АҠШ-тың шпионаж менән шөғөлләнеүен раҫлай алам. Әммә беҙ быны коммерция табышы алыр өсөн түгел, азатлыҡ һәм американлыларҙың именлеге өсөн эшләнек. Ә Ҡытай кибершпиондары төшөм алыуҙы уйлай кеүек.”
Донъя ҡағиҙәләре лә, көйләү механизмдары ла булмаған  иғлан ителмәгән киберһуғыштар дәүеренә күсте. Күптәр бындай һуғыштарҙа дипломатия көсһөҙ булыуы мөмкин, тип хәүефләнә.
”Ҡаты һөйләшеүҙәр бер нәмәгә лә алып килмәйәсәк, әгәр нигеҙһеҙ булһа, эште уйыуы ғына бар,”тип иҫәпләй эксперт.
Вашингтондағы“Евроньюс“хәбәрсеһе:
”Ошоғаса АҠШ администрацияһы вәкилдәре Ҡытай хакерҙарына ҡаршы акция хаҡында бер ниндәй ҙә рәсми белдереү яһаманы. Ә айырым алғанда, күптәр властарҙы ҡаты саралар күрергә саҡыра. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Хиллари Клинтон әйтмешләй, үҙ банкирың менән ҡаты итеп һөйләшеп буламы һуң? ”


Комментариев нет:

Отправить комментарий