Президенттар Асиф Али
Зардари һәм Мәхмүт Әхмәҙинежад ҡатнашлығында Иран һәм Пакистан сигендә ике илде
бәйләүсе газ торбаһы һалыу айҡанлы тантана булып үтте. Иран яғынан эштәр
тамамланған тиерлек, дүшәмбе Пакистан территорияһы аша трасса һалыуға старт
бирелде; эш 2 йылға һуҙылыр, тип көтөлә. Исламабад был газүткәргес илдә энергияның
даими етешмәүен кәметер, тип өмөтләнә.
“Тыныслыҡ газопроводы”тип аталған был проект буйынса
консультациялар 1994 йылда башланғайны, тәүҙә Иран газы Һиндостанға ағыр, тип
планлаштырылғайны. Тик 2009 йылда Нью-Дели, бер йыл алда АҠШ менән ядро
энергияһы өлкәһендә килешеү төҙөп, һөйләшеүҙәрҙе туҡтатты.
Вашингтон Иран-
Пакистан килешеүен тәнҡитләп ташланы. Ҡушма Штаттар газ һатыуҙың яңы
мөмкинлектәре Таһрандың ядро программаһы менән бәйле халыҡ-ара санкцияны
йомшарта, тип иҫәпләй. Америка администрацияһы Пакистанға газды Афғанстан аша
Төркмәнстандан алырға тәҡдим итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий