понедельник, 11 марта 2013 г.

Испанияла эшһеҙлеккә ҡаршы демонстрациялар.



Испанияның 60 ҡалаһында эшһеҙлеккә һәм дәүләт сығымдарының кәмеүенә ҡаршы күп халыҡ ҡатнашлығындағы демонстрациялар үтте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, эшһеҙҙәр һаны 6 миллионға еткән, был иһә эшкә яраҡлы халыҡтың 26 процентын тәшкил итә- ил өсөн ул ҙур күрһәткес.
Мадридта профсоюздың саҡырыуына меңдәрсә халыҡ ҡушылды. Улар хөкүмәттең отставкаға китеүен һәм иҡтисади курстың банк секторы мәнфәғәтендә түгел, ә граждандар мәнфәғәтенә ярашлы үҙгәртелеүен талап итте:
Евроберләшмә ҡаты экономия сәйәсәтен яҡлай һәм үҙенең эффектив түгел икәнлеген күрһәтә. Был үҙ-үҙеңә ҡул һалыу менән бер,-” тип белдерҙе ССОО профсоюзы вәкиле Игнасио Фернандес Тохо.
Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Испания йәштәренең һәр икенсеһе эшһеҙ. 2008 йылдан алып, көрсөк башланғаны бирле, илдән 400 мең кеше киткән, уларҙың күпселеге йәштәр.
“Йәштәргә уғата ауыр, эшһеҙлек көндән-көн арта, йәштәр Испанияла үҙенең киләсәген күрмәй. Сәйәсмәндәр уларҙың тормошон боҙа,-”ти Мадридтағы акцияла ҡатнашыусы ҡатын.
Халыҡ-ара кредиторҙарҙың ҡыҫымы аҫтында Испания премьеры Мариано Рахой киләһе өс йылда дәүләт сығымдарын 150 миллиард евроға ҡыҫҡартты. Күбеһенсә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһенә ҡараған сығымдар кәметелде, ә һалымдар арттырылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий