понедельник, 11 марта 2013 г.

Баку: манифестацияла ҡатнашыусыларға ҡарата һыу атҡыстар.



Әзербайжан полицияһы йәштәрҙең Баку үҙәгендә “Һалдаттар үлмәһендевизы аҫтында санкцияһыҙ ҡаршылыҡ акцияһы үткәрергә маташыуын ҡырҡа өҙҙө. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары  хәбәр итеүенсә,  социаль селтәрҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында армияла хеҙмәт иткән һалдаттарҙың үлеме йышайыуы менән бәйле  манифестация уҙғарырға ҡарар ителә. Мэрия менән килешелмәгән был акцияла бер нисә йөҙ кеше ҡатнаша. Уларға ҡаршы полиция һыу атҡыстар һәм резина пулялар ҡуллана. Тиҫтәләгән ҡулға алыуҙар хаҡында хәбәр ителә.

Ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан йәштәргә балаларын юғалтҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә ҡушыла. Улар бергәләп: “Армияла һалдаттар үлмәһен!” “Армия морг түгел!”тип һөрәнләй.

Йәкшәмбеләге демонстрацияның  башланыуына ғинуар һәм февралдә хәрби частарҙа ике һалдаттың вафат булыуы этәргес булды. Һәләк булғандарҙың туғандары һәм ҡайһы бер активистар уларҙың үлеменең рәсми версияһына ышанмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий