понедельник, 11 марта 2013 г.

Венесуэла оппозицияһы көрәшкә әҙерләнде.



Венесуэлала меңдәрсә халыҡ Уго Чавестың вафат булыуына ҡайғырһа, сәйәсмәндәр иһә президент посы өсөн көрәште башлап ебәрҙе. Киләһе һайлауҙарҙа оппозициялағы Демократик берҙәмлек блогынан Энрике Каприлес  вәкил буласаҡ. Уҙған октябрҙә ул, тауыштарҙың 44 процентын йыйып, Чавестан артта ҡалды:
“Николас Мадуро, өмөтләнмә, был көрәштә мин һинең алда баш һалмаясаҡмын. Минең һайлаусыларымдың тауыштары өсөн һиңә көрәшергә тура киләсәк. Мин һәр тауыш өсөн алышасаҡмын. Был- минең илем өсөн алыш, мин уны аҙаҡҡаса дауам итәсәкмен.”
Николас Мадуро- президент вазифаһын башҡарыусы һәм Коммунистар фирҡәһе кандидаты. Тап уны Уго Чавес үҙенең эшен дауам иттереүсе итеп күрә ине.
Венесуэлала сираттан тыш һайлауҙар 14 апрелгә тәғәйенләнгән, һайлау кампанияһы 2-11 апрелдә үтәсәк.

Комментариев нет:

Отправка комментария