”Венесуэла президенты Уго Чавес менән хушлашырға
килгән сит ил сәйәсмәндәре араһында Грецияның һул радикаль фирҡәһе лидеры
Сириза Алексис Ципрас.та бар ине.
-Нисек
уйлайһығыҙ, Чавес вафатынан һуң Венесуэланы нимә көтә? Тотороҡһоҙлоҡ башланырмы
әллә барыһы ла шыма ғына барырмы?-тип һорай “Евроньюс” хәбәрсеһе Луис Карбальо.
-Хәлдәр
үҙгәрмәҫ, тип уйлайым, әммә Венесуэла һәм Латин Америкаһының башҡа дәүләттәре
өсөн барыһы ла шыма ғына бармаясаҡ, сөнки глобаль көрсөк бығаса ҡаты экономия
сараларына дусар булмаған был илдәрҙе лә урап үтмәйәсәк. 14 йыл элек Венесуэланың
6 миллион кешеһе хәйерсе хәлендә ине. Бөгөн был 6 миллион илдең тулы хоҡуҡлы
граждандары. Былар барыһы ла команданте Уго Чавестың хеҙмәте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий