пятница, 8 марта 2013 г.

8 Мартта ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хоҡуҡтары тураһында иҫкә төшөрҙө.



Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар көнө донъяның гүзәл заттары өсөн үҙ хоҡуҡтары тураһында иҫкә төшөрөргә һәм уларҙың үтәлеүен талап итергә бер сәбәп булды. Нью-Делиҙа йөҙҙәрсә ҡатын-ҡыҙ, 8 Март уңайы менән, көс ҡулланыуҙарға ҡаршы акцияға йыйылды. Улар хөкүмәттән хәүефһеҙлеккә күберәк көс сарыф итеүҙе талап итте.

Ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыу проблемаһы Көньяҡ Африка Республикаһында ла ҡырҡыу тора. Йоханнесбургта быға иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн, барабандарҙы эшкә егергә булғандар. Теләгән һәр бер кеше был акцияла ҡатнаша алды.

Гүзәл заттың хоҡуҡтары өсөн көрәшкә БМО-ла үҙ өлөшөн индерҙе- батыр, маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы, башҡаларға өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙ хаҡында йыр яҙҙырҙы. Йырҙы төрлө илдән 20-нән ашыу гүзәл зат вәкиле башҡарҙы.

Комментариев нет:

Отправка комментария