пятница, 8 марта 2013 г.

Ким Чен Ын “изге һуғыш” менән янай.



Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ын армияның һуғышҡа әҙерлеген көсәйтергә, дошмандың эшмәкәрлеген уяу күҙәтергә һәм, әгәр КХДР ерендә йәки һыуҙарында бер генә снаряд төшөп ярылһа ла, яуап итеп үлемесле һөжүм яһарға бойорҙо. Ул Һары диңгеҙҙәге ваҡ утрауҙарҙа урынлашҡан хәрби частарҙы үҙе барып тикшерҙе.
Корея армияһы баш командующийы был районда дошман яғынан бәләкәй генә провокация булһа ла, “тыуған илде берләштереү өсөн изге һуғыш асырға” приказ бирәсәге тураһында белдерҙе.
“Әгәр Төньяҡ Корея ядро ҡоралы ярҙамында Көньяҡҡа һөжүм итһә, кешелек һәм Көньяҡ Корея ихтыяры менән Ким Чен Ын режимы ер йөҙөнән юҡҡа сығасаҡ,-”тип белдерҙе Көньяҡ Корея оборона министрлығы вәкиле.
Бынан алда БМО Именлек Советы, Төньяҡ Кореяла күптән түгел булып үткән ядро һынауҙарына яуап итеп, Пхеньянға ҡарата иҡтисади һәм финанс санкцияларын ҡатыландырыусы яңы резолюция ҡабул иткәйне. КХДР үҙ яғынан Сеул менән үҙ-ара һөжүм итмәү һәм Корея ярымутрауында ядро ҡоралынан азат булған зона төҙөү тураһындағы килешеүҙе өҙөү хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий