среда, 6 марта 2013 г.

Еңелмәҫ Уго Чавес.



Уго Чавес күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе уның рухани булыуын теләй, әммә Уго бейсбол менән мауығып китә, ә мәктәптән һуң Венесуэланың хәрби академияһына уҡырға инә. Уны сәйәсәт менән етди шөғөлләнә башлар тип берәү ҙә уйламай.
 1992 йылда Чавес үҙе төҙөгән революцион хәрәкәт башында президент Пересҡа ҡаршы дәүләт түңкәрелеше ойоштормаҡсы була, тик ул уңышһыҙ тамамлана. Бынан һуң Чавес 2 йыл төрмәлә ултыра, уның ”Әлегә мин башымды эйәм”фразаһы уға танылыу килтерә.
Иреккә сыҡҡас, популярлығынан файҙаланып, революцион хәрәкәтте ул “Бишенсе республика хәрәкәте”граждандар фирҡәһенә әүерелдерә, үҙ кандидатураһын 1998 йылғы президент һайлауҙарына ҡуя.
Ул үҙен иҙелгән халыҡтың яҡлаусыһы, коррупцияға ҡаршы көрәшсе итеп таныта. “Олигархтар ҡамсыһы, ярлылар геройы”лозунгыһы аҫтында Чавес ышаныслы еңеү яулай һәм үҙе “үлеп барыусы”тип атаған конституцияны тотоп ант итә.
Референдумдан һуң, венесуэлалыларҙың 92 процентының ризалығын алып, ул конституцион йыйылыш йыя һәм киләһе йылына яңы конституция ҡабул ителә.
2000 йылғы ваҡытынан алда үткәрелгән  һайлауҙарҙа ул йәнә инде  Венесуэла Боливар республикаһы тип аталған дәүләттең президенты була.
Киләһе йылына, 11 сентябрҙән һуң, иң күп нефть  өс илдең береһе булған Венесулала, ауыр иҡтисади көрсөк тыуҙырып, нефткә хаҡтар төшә. Хөкүмәт ҡабул иткән саралар: аграр реформа, нефтте лә индереп, сәнәғәттең иң эре тармаҡтарын национализациялау халыҡтың бер өлөшөндә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм забастовкаларға алып килә.
2002 йылдағы көсөргәнешлелектең кульминацияһы- дәүләт түңкәрелеше. Әммә оҙаҡламай Чавес яҡлылар уны төрмәнән ҡотҡара, ул, элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ рухланып, йәнә власҡа ҡайта.
Нефть- Венесуэланың уйын кәрте, шуға таянып, ул халыҡ-ара сәйәси сәхнәлә киң билдәле актерҙарҙың береһенә әйләнә.
Ил эсендә нефть байлыҡтары социаль программаларҙы финанслауҙы арттырырға мөмкинлек бирә, венесуэлалылар белем ала, һаулығын нығыта, халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелә. Ләкин нефткә бәйле иҡтисад барыбер тотороҡһоҙ ҡала килә.
Халыҡ-ара сәхнәлә Чавес үҙенә дуҫтар таба- уларҙы Американы күрә алмау берләштерә. Улар - Иран президенты Әхмәҙинежад, Ливия лидеры Каддафи, Венесуэла президенты “сәйәси атайым” тип иҫәпләгән Фидель Кастро. Ә Венесуэла-Куба-Боливия союзын иһә Чавес Американың “яуызлыҡ күсәренә”ҡаршы тороусы “изгелек күсәре”тип атай.
Был берләшмәнең һәр бер саммитында Венесуэла президенты Көньяҡ Америка илдәрен берләштереүгә йүнәлтелгән инициативалар менән сығыш яһай. Иң мөһим идеяларының береһе- континентты ХВФ(МВФ) һәм Бөтә донъя банкы йоғонтоһонан сығарыу, региондың иҡтисади тотороҡлолоғон гарантиялау өсөн, берҙәм валюта булдырыуға булышлыҡ итәсәк “Көньяҡ банк”ын төҙөү..
Көньяҡ Американан ситтә Чавестың ораторлыҡ оҫталығы юғары пост биләгән әңгәмәселәренең шул ҡәҙәр йәнен көйҙөрә, Испания короле бер тапҡыр хатта “өнөңдө тыҡ”тип әйтеп ҡуя.
Сәйәси сәхнәлә Чавес һәр саҡ үҙ образында ҡала. Популяр сәйәсмәнме әллә популисмы? Дошмандары уны авторитарлыҡта ғәйепләй, әммә Чавес, ҡай саҡ илдең сәйәси аренаһында бик күп урын биләһә лә, һәр саҡ демократия яҡлы була.
Иҫ киткес харизмаға эйә булған Уго Чавес, 2011 йылда яман шештән Кубала дауаланып ҡайтып, ауырыу еңелеүе хаҡында белдергәс, уның теләһә ниндәй проблеманы хәл итә алыуына халыҡ нығыраҡ ышана.
Киләһе йылына уҡ ул үҙ кандидатураһын президент посына тәҡдим итте, сөнки 2009 йылда конституцияға индерелгән төҙәтмә сикләүҙәрҙе алып ташлағайны.
Йәнә Чавес еңеүсе булды һәм 14 йыл буйы юғары дәүләт посы биләү дәүерендә тыуған йортона әйләнгән Мирафлорес президент һарайында ҡалды.
Әммә 8 декабрҙә үк, яңы президентлыҡ срогы башланғанға ҡәҙәр, президент ауырыуының көсәйеп китеүе хаҡында хәбәр итте. Яман шеш ауырыуынан дауаланыу өсөн, Чавесҡа Кубала дүртенсе операция яһарға тейештәр ине. Уның алдынан ул Ватанына  эшен дауам иттереүсене билдәләр өсөн ҡайта.
”Әгәр ваҡиғалар ваҡытынан алда һайлау үткәреүҙе талап итһә, мин Николас Мадуроны Венесуэла Боливар ресубликаһы президенты итеп һайлауығыҙҙы һорайым,-”тип белдерә Уго Чавес.
Һуңғы һулышына ҡәҙәр Уго Чавес Боливар революцияһын  ҡайғырта, үҙе үлгәс тә, уның дауам итеүен теләй. Шуға күрә ул, үҙе һайлаған вариҫына тоғро булыуҙарын һорап, хөкүмәткә, үҙенең фирҡәһенә һәм армияға мөрәжәғәт итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий