среда, 6 марта 2013 г.

Мысырҙағы яңы сыуалыштар тулҡыны баш ҡалаға барып етте.



 Мысырҙағы яңы сыуалыштар тулҡыны баш ҡалаға ла барып етте. Тиҫтәләгән йәш егет илдең  эске эштәр министры йортон яндырырға маташты, әммә һаҡсылар уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ҡайһы бер райондарҙа сыуалыштар ҡуйырып китте- полицияға таштар, яндырғыс ҡатнашма һалынған шешәләр осто, яуап итеп тәртип һағында тороусылар йәш ағыҙғыс газ ҡулланды.

Эске эштәр министрлығы хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуында футбол фанаттарын ғәйепләй.

Сыуалыштар йәкшәмбе Порт- Сәидтә, урындағы стадиондағы фажиғәлә ғәйепле тотҡондарҙы икенсе төрмәгә күсерергә ҡарар иткәс башланды. Бер йыл элек, футбол матчынан һуң ҡыҙып киткән алышта, 70-тән ашыу көйәрмән һәләк булғайны. Ғинуарҙа ул эшкә ҡатнашлығы булған 21 кеше үлем язаһына хөкөм ителде, ә был иһә бығаса күрелмәгән болалар башланыуға сәбәпсе булды.

Порт-Сәидтәге 3 көн барған сыуалышта 6 кеше һәләк булды. Атып үлтерелгәндәрҙең өсәүһе- полицейский. Шул уҡ ваҡытта ҡала халҡы провокацияла тап эске эштәр министрлығын ғәйепләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий