четверг, 7 марта 2013 г.

Латин Америкаһы Уго Чавесты юҡһынып ҡайғыра.



Латин Америкаһы илдәре лидерҙары, Уго Чавес менән хушлашыу йолаһын атҡарыу өсөн, Каракасҡа йыйыла. Аргентина президенты Кристина Фернандес де Киршнер менән бергә Венесуэла баш ҡалаһына  Уругвай етәксеһе Хосе Мухика, шулай уҡ Боливия лидеры Эво Моралес килде.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙ лидерыбыҙҙы юғалттыҡ,-ти Моралес.-Әммә минең өсөн Чавес команданте- Америка һәм бөтә донъя азатлыҡ көстәренең командующийы, империализмға ҡаршы хәрәкәт лидеры һәм социалистар башлығы булып ҡаласаҡ. Уның китеүе- оло ҡайғы.”
Уго Чавестың вафат булыу ҡайғыһын Бразилия, Чили, Мексика, Перу, Сальвадор һәм Колумбия президенттары, Америка дәүләттәре ойошмаһы уртаҡлашты. Күп илдәрҙә матәм көндәре иғлан ителде.

Комментариев нет:

Отправка комментария