воскресенье, 31 марта 2013 г.

Ҡытай: ишелмә шахталағы таусылар юлын япҡан.



Ҡытай Тибетендә алтын сығарыу шахтаһында 83 кеше ер аҫтында бикләнеп ҡалған. Һәләкәт Тибет баш ҡалаһы Лхасанан алыҫ түгел ер ишелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан.
Ҡотҡарыу эштәре диңгеҙ кимәленән 4,5 километр бейеклектә, шыйыҡ һауа, түбән температура шарттарында алып барыла. Дөйөм алғанда, шахтаға 2 миллиондан ашыу батҡаҡ, таш һәм тау тоҡомдары емерелеп төшкән.
Һәләк булған тәүге кешенең мәйете ишелмә булғандан һуң 36 сәғәт үткәс кенә табылған. Ҡотҡарыусыларҙың әйтеүенсә, кешеләрҙең иҫән килеш табылыуын а өмөт әҙ, ишелмәләрҙең яңынан төшөү ҡурҡынысы ла бар. Шуға ҡарамаҫтан, ҠХР хөкүмәте эҙләнеү эштәрен дауам итергә ҡарар иткән. Визит менән Конгола йөрөгән Ҡытай лидеры Си Цзиньпин, ер аҫтында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн, “ҙур тырышлыҡ һалыуҙы” талап иткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий