Ике әзмәүер бер
йүнәлештә осоп китте: Австралия властары Йәшел ҡитғаның Qantas һәм Дубайҙың
Emirates авиакомпаниялары берекмәһен хупланы. Элек улар конкурент булһа, хәҙер
иһә 5 йылға килешеү төҙөнө. Апрелдән алып улар 4 ҡитғаға ла уртаҡ рейстарға
сыға башлаясаҡ.
“Был -Qantas
авиакомпанияһы йәшәп килгән 92 йыл эсендәге иң мөһим көндәр. Emirates менән
партнерлыҡ, моғайын, компания тарихындағы иң ҙур килешеү булыр”,-тип белдерҙе Qantas
директоры.
“Ике һоҡланғыс
лайнерҙың матур итеп түбәндән генә осоуын күргәс, ошо бизнеста теше төшкән минең
кеүек ҡартластың да тәне зымбырлап китте,-”тип уртаҡлашты тойғолары менән уның
Emiratesтан коллегаһы.
Ә бына Btitish Airways
борттан төшөп ҡалды, Qantas бергә 20 йыл буйы ”көнгөрә маршруты”буйынса
хеҙмәттәшлек иткән Европа авиакомпанияһы менән хеҙмәттәшлекте өҙҙө. Хәҙер Сиднейҙан
Лондонға Дубай аша осасаҡтар. Бөгөн шундай тәүге рейс булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий