Кипр хөкүмәте көрсөктә ғәйеплеләрҙе табырға
һәм яза бирергә вәғәҙә итә. Урындағы киң мәғлүмәт саралары раҫлауынса, һуңғы 5
йыл эсендә бөлгөнлөк алдында торған банкылар юғары пост биләгән чиновниктар һәм
сәйәсмәндәрҙең күп миллионлыҡ кредиттарын иҫәптән сығарған. Ә эксперттар
күҙаллаған ҡеүәтле рецессия үҙен һиҙҙерә лә башланы.
“Мин эшһеҙ ҡалдым, ҡатыныма бер
нисә ай элек кәметкән эш хаҡын йәнә ҡырҡырға йыйыналар. Беҙҙең сығымдар
килемдән 60 процентҡа күберәк. Беҙ хәҙер ни эшләргә лә белмәйбеҙ. Башҡа килгән
берҙән-бер уй- сит илгә китеү,-”ти Никосияла йәшәүсе Джордж Полидору.
Халыҡ ҡотҡарыу планы
логикаһын аңлауҙан баш тарта һәм көрсөктөң ауырлығын банк хужалары үҙҙәре
күтәрергә тейеш, тип иҫәпләй. Бер нисә көн элек манифестацияла ҡатнашыусылар
халыҡ-ара өс кредит хужаһының “һәләкәткә илтеүсе” талаптарынан баш тартырға
саҡырҙы. Ҡайһы бер аналитиктар Кипр аҫтындағы дары мискәһе теләһә ҡасан
шартлауы бар тип, ҙур сыуалыштар башланыуынан шикләнә.
/рецессия-лат. артҡа китеш/
Комментариев нет:
Отправить комментарий