понедельник, 1 апреля 2013 г.

Афғанстан: НАТО авиаһөжүме һөҙөмтәһендә балалар һәләк булды.



Афғанстанда НАТО авиаһөжүме һөҙөмтәһендә өлкәндәрҙән 9 афғанлы (Талибан хәрәкәте боевиктары булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр) һәм бер бала һәләк булған. Урындағы халыҡ раҫлауынса, 2 бала үлгән, 12 кеше тән йәрәхәттәре алған, араларында ҡатын-ҡыҙ һәм балалар ҙа бар. НАТО командование был хәлде тикшерергә вәғәҙә биргән. Ваҡиға илдең көньяҡ-көнсығышындағы Газни ҡалаһында була. НАТО вертолеты талиптар һөжүменә дусар булған афған полицейскийҙарына ярҙамға килә. Урындағы халыҡ та ут аҫтында ҡала.
Февралдә Афғанстан президенты Хәмит Карзай афған хоҡуҡ һаҡлаусыларының ерҙәге операциялары ваҡытында НАТО авиацияһын файҙаланыуҙы тыйҙы. Был ҡарарҙы ул 13 февралдә Вардак провинцияһындағы авиаһөжүм барышында тыныс халыҡтан 10 кеше, шул иҫәптән 5 бала һәләк булғандан һуң ҡабул итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий