понедельник, 1 апреля 2013 г.

Мысыр сатиригын залог иҫәбенә азат иттеләр.



Мысыр сатириы Бассем Йософто залог иҫәбенә азат иттеләр. Телетапшырыуҙар алып барыусыны мосолмандарҙың тойғоларын мыҫҡыллауҙа һәм президент Мөхәммәт Мөрсиҙе хөрмәт итмәүҙә ғәйепләйҙәр. Уны ҡулға алыуға ордер бирелгәс, Йософ прокуратураға үҙе килде. Унан 5 сәғәт буйы һорау алдылар һәм аҙаҡ ебәрҙеләр. Ә был ваҡыт бина алдында манифестация үткәргән йөҙҙәрсә кеше унан бөтә ғәйепләүҙәрҙе алып ташлауҙы һәм башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәрҙе  эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы талап итте:

Бассем Йософ элекке президент ваҡытында ла, хәрбиҙәр заманында ла, хәҙер, Мосолман туғандар”осоронда ла гел дөрөҫөн һөйләне. Беҙ уны яҡлайбыҙ, сөнки ул ысын журналист, эшендә һәм саҡ намыҫлы һәм дөрөҫөн һөйләй. Беҙҙең төп талап- ғәҙел булмаған, коррупцияға бирелгән режимды юҡ итеү.

Мысыр телевидениеһында Бассем Йософ ҡатнашлығындағы юмористик шоу "ғәрәп яҙы"нан һуң барлыҡҡа килә. Алып барыусы күп кенә Мысыр сәйәсмәндәренән, дини эшмәкәрҙәренән һәм журналистарынан көлә, ә президент Мөрсиҙе ул фараон образында кәүҙәләндерә.

Ҡаһирәнән беҙҙең хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйехибраһим хәбәр итә:

Мысыр президентының дәүләттең тотороҡлолоғон һәм именлеген ҡаҡшатҡан боласыларҙы, киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәрен судҡа биреү вәғәҙәһе тәүге журналисты ҡулға алыу менән тормошҡа аша башланы. Әммә манифестацияла ҡатнашыусылар быны революциянан һуң көтөп алынған һүҙ азатлығын быуыу тип атаны.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий