вторник, 2 апреля 2013 г.

Мәскәү “супергеройҙары” газлы һыу, гамбургерҙар һәм сэндвичтарға ҡаршы һуғыш асырға тәҡдим итте.



Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы баһалауы буынса, илдәге халыҡтың 25 проценты һимереүҙән яфалана. Кәүҙә ауырлығы артыҡ булғандарҙың өлөшө- 55 %.
Йәштәр төркөмө Мәскәү үҙәгендә халыҡтың һимереүенә килтереүсе аҙыҡ-түлектән баш тартырға саҡырып манифестация үткәрҙе.
“Мин супергеройҙар профсоюзы рәйесе. Мин бөгөн стачка йыйҙым. Беҙ шундай дөйөм лозунг аҫтында сыҡтыҡ: “Беҙ кешеләрҙе ҡотҡарабыҙ, ә һимеҙ үлемдән беҙҙе кем ҡотҡарыр?”
Бынан ҡотолоу юлдарының береһе- зарарлы аҙыҡ өсөн һалым индереү. Быны байтаҡ ижтимағаи ойошмалар тәҡдим итте, ә бөгөн был тема менән властарға яҡын торған эксперттар ҙа ҡыҙыҡһына башланы.
Татлы газлы һыу, гамбургер һәм сэндвичтар кешене һимертә, ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарына килтерә. Рәсәйҙә зарарлы аҙыҡҡа ҡаршы көрәш эскелек һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш менән бер рәткә ҡуйылыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий