пятница, 19 апреля 2013 г.

АҠШ 2001 йылға ҡайтты.



АҠШ-ты ҡурҡыу һәм ҡаушау биләп алды. Дүшәмбе, Бостон финишында 2 бомба шартлағандан һуң, американлылар хәүеф эсендә. Спорт байрамы мәхшәр менән алмашынды- 3 кеше һәләк булды, 176-һы яраланды. 2001 йылдың 11 сентябрендә булған терактттан һуң, Патриот көнөндәге был фажиғә Америка өсөн иң ҡайғылы көнгә әйләнде, сөнки шул уҡ көндө Бостонда, Джон Кеннеди китапханаһында, йәнә бер шартлау яңғыраны, бәхеткә күрә, унда ҡорбандар булманы.
ФБР һәм АҠШ-тың эске именлек министры Джанет Наполитано был хәлдәр тураһында шунда уҡ президент Обамаға хәбәр итте. Тәүге шартлауҙарҙан һуң ойошторолған матбуғат конференцияһында президенттың баһалары бик һаҡ ине:
 “Кем быны эшләүе һәм ниңә эшләүе әлегә билдәле түгел. Хаталар булмаһын өсөн, бөтә факттарҙы ла тикшермәй тороп, һығымта эшләргә ашыҡмайыҡ. Беҙ барыһын да контролдә тотабыҙ. Кем һәм ни өсөн эшләгәнен асыҡларбыҙ.”
Ентекле планлаштырылған акция өсөн яуаплылыҡты әлегәсә берәү ҙә үҙ өҫтөнә алманы. Тәфтишселәр террористар эҙенә төшөрөрҙәй ваҡ ҡына деталдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Шишәмбе тиҙ бешерә торған кәстрүлдән яһалған шартлатҡыс ҡоролма өлөштәренең фотоһы баҫтырылып сығарылды. Ҡулдан яһалған бындай бомбалар беренсе ҡат ҡына ҡулланылмай АҠШ-та. Мәҫәлән, 2010 йылдың 1 майында Таймс-скверҙа уңышһыҙ килеп сыҡҡан терактта ла ул күренде.
Шишәмбе Барак Обама тәүге тапҡыр теракт хаҡында иҫкә төшөрҙө:
“Һүҙ ҡурҡаҡтарса ҡылынған әшәке эш тураһында бара. Белгәндәребеҙҙән сығып, ФБР теракт буйынса тикшереү алып бара. Күпмелер ваҡыттан һуң шартлай торған бомбалар һәр саҡ бер ғәйепһеҙ тыныс халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелә. Был террористик акт.”
Ошо көндәрҙә булған ваҡиға хәүефте йәнә арттырҙы. Шишәмбе республикансы сенатор Роджер Виккерға тәғәйенләнгән хатта көслө ағыу- рицин табылды. Хатты Мемфистан адресын күрһәтмәй ебәргәндәр. Был 2001 йылдың 11 сентябренән һуң пәйҙә булған Себер түләмәһе менән хаттарҙы иҫкә төшөрҙө. Вашингтон борсоулы.
”Шуны ғына әйтә алам: беҙ шикле хаттарҙы тикшерәбеҙ... Әлеге мәлдә башҡа әйтер һүҙем юҡ,-”тип белдерҙе полиция вәкиле.
Был белдереүҙән һуң йәнә бер нәмә асҡланды: Мемфистан шундай уҡ ҡурҡыныс хат Барак Обамаға ла килгән.
АБС телеканалы хәбәрсеһе Брэнди Хитт АҠШ-тағы һуңғы ваҡиғалар менән бәйле фекерҙәрен “Евроньюс”менән бүлеште:
"Бренди, һуңғы аҙнала Бостонда шартлауҙар булды, АҠШ президентына ағыулы хат ебәрелде, хәҙер килеп Техас заводындағы янғын, шартлау. Америка йәмәғәтселегендә бындай фажиғәле ваҡиғаларҙан һуң ниндәй кәйефтәр өҫтөнлөк итә?"
Бренди Хитт:
”Һаумыһығыҙ! Кисә кис заводында шартлау булған Уэст ҡалаһында кешеләрҙең кәйефе төшөнкө, борсоулы. Бер нисә кеше һаман хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Президент Обама граждандарға белдереү менән мөрәжәғәт итте, улар өсөн доға ҡылыуын әйтте.
Беҙ хәҙер бирешмәҫкә тырышабыҙ. Уэстала 2800 кеше йәшәй. Далластан көньяҡта урынлашҡан бәләкәс кенә ҡала ул, фажиғә берәүҙе лә урап уҙманы. Халыҡ бер-береһенә ярҙам итә: берәүҙәр ашарға әҙерләй, икенселәре зыян күреүселәргә һәм эвакуацияланғандарға кәрәк-яраҡ, кейем-һалым килтерә.
Кешеләр ҡурҡа. Ҙур булмаһа ла хәүеф бар. Әммә әлеге мәлдә шартлау ҡурҡынысы юҡ. Эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә, бар йорттар ҙа тикшерелә.”
“Евроньюс”:
“Һеҙ әйтеп киткән хәүеф ағыулы болотмо?”
Бренди Хитт:
Әлеге ваҡытта тән йәрәхәттәре алған 180 кеше дауаханаларҙа. Уларҙы химик матдәләр менән ағыуланманылармы икән тип тикшерәләр.
Яҡшы хәбәр бар(был хәлдә шулай тип әйтергә мөмкин булһа)-шартлауҙан һуң, һыуытып ебәрҙе, көслө ямғыр яуа. Белгестәрҙең әйтеүенсә, шартлау ваҡытында бүленеп сыҡҡан газды ямғыр ергә һылаштырасаҡ, аммиак хәүефе булмаҫҡа тейеш кеүек.
Кешеләр һаҡ булырға тырыша. Ашламалар етештереүсе тотош бер завод шартланы бит, атмосфераға башҡа ағыулы матдәләр ҙә бүленеп сығыуы ихтимал. Шуға күрә барыһы ла уяулыҡ күрһәтә, әммә етди хәүеф үтеп китте, тип иҫәпләйҙәр".
“Евроньюс”:
"Беҙҙең менән Техастың Вако ҡалаһынан Брэнди Хитт һөйләште. Рәхмәт!"
Брэнди Хитт:
"Рәхмәт".

Комментариев нет:

Отправить комментарий