четверг, 18 апреля 2013 г.

Һиндостандың үлем юлы.



Һиндостан Бөйөк Британияның колонияһы булған ваҡыттағы королева Виктория дәүере тимер юлын ил өсөн үтә лә мөһимлеге өсөн “Милли тормош юлы”тип атайҙар, әммә инвестициялар һалынмағанлыҡтан, ул таушалған һәм һәләкәт юлына әйләнгән. Үлем-китемдең күбәйеүе сәбәпле, уны, ысынлап та, “Милли үлем юлы”тип атарға мөмкин. Һиндостандың тимер юл министры йыл һайын 15 000 кешенең ғүмерен өҙгән юлда һәләкәтле, насар хәлдәге участкалар һанын кәметергә вәғәҙә бирҙе. 15 000- был һанды хөкүмәт үҙ халҡыңды “һуйыутип баһалай.


Пассажирҙар иртәнге пик сәғәтендә Мумбайҙағы Churchgate тимер юлы станцияһында шығрым тулы ҡала-тирә поездарынан төшә.

Һиндостанда пассажирҙар ташыу менән 9 000 пассажир поезы менән идара иткән һәм көн һайын 20 миллион пассажирҙы йөрөткән “Һиндостан тимер юлдары” атамаһы аҫтындағы дәүләт ойошмаһы шөғөлләнә. Һиндостан хөкүмәте Азияның иң иҫке тимер юл селтәре өсөн бюджеттан бүленгән 11,7 миллиард доллар сиктәрендә поездарҙа туҡланыу, уңайлыҡтар һәм таҙалыҡты яҡшыртырға, кешеләрҙең, филдәрҙең һәләкәтен булдырмау сараһын күрергә вәғәҙә бирҙе. 


Һиндостан тимер юлдарында меңдәрсә кеше һәләк була, Мумбай ҡала-тирәһе тимер юлдарында уртаса алғанда көн һайын 12 кеше үлә. Күпселеге шығрым тулы поездарҙан ҡолап төшә, урындағы халыҡ поезд тәгәрмәстәре аҫтында ҡала.


Һиндостан пассажирҙары шығрым тулы поездарҙан төшә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий