четверг, 18 апреля 2013 г.

Ирандағы ер тетрәүҙең шаңдауы Пакистанға килеп етте: тиҫтәләрсә кеше һәләк булды.



Пакистандағы ер тетрәү һөҙөмтәһендә 40-тан ашыу кеше һәләк булды, 170 самаһы тән йәрәхәттәре алды. Ер тетрәүҙең көсө- Рихтер шкалаһы буйынса 7,6 балл. Машкель ҡалаһы хараба хәлендә.

Пакистан ер тетрәүенең үҙәге Иранда, Белуджистан провинцияһында. Шишәмбе Пакистан сигендәге Хаш ҡалаһынан 60 километр алыҫлыҡта 7,8 магнитудалы ер тетрәү теркәлде. Әммә Иранда бер ҡатын ғына һәләк булған һәм 12 кеше зыян күргән.

Ирандағы ер тетрәүҙең шаңдауы күрше илдәрҙә, Һиндостанда ла һиҙелде. Сейсмологтар ер тетрәүҙәрҙең ҡабатланыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Шаршамбы иртән дә Пакистан-Иран сигендә магнитудаһы 6 балл булған ер тетрәү теркәлде. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий