четверг, 4 апреля 2013 г.

Аргентиналағы ташҡындар ваҡытында 25 кеше һәләк булды.


Аргентинала ҡойма ямғырҙар арҡаһында күп урындарҙы һыу баҫты, ташҡын 25 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Тәбиғәт ҡазаһынан 350 мең кеше зыян күрҙе.
Ике сәғәт эсендә Аргентина баш ҡалаһында һәм күрше ҡалаларҙа айлыҡ норма ямғыр яуҙы. Метеорологтар хәбәр итеүенсә, Буэнос-Айреста 400 миллиметр яуым-төшөм булған- регион өсөн был рекорд булып тора.
Ярты өлөшөн һыу баҫҡан  Буэнос-Айрестан 60 километр алыҫлыҡтағы Ла-Платанан 3 меңдән ашыу кеше эвакуацияланды.
Юлдар һыу аҫтында. Тиҫтәләрсә кеше йорттарында һәм автомобилдәрендә бикләнеп ҡалған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий