четверг, 4 апреля 2013 г.

Офшор хужалары ҡыйын хәлдә ҡалды.



Халыҡ-ара ICIJ журналистар консорциумы төрлө илдәрҙең офшор иҫәптәре хужаларына досье йыйҙы. Ул Британияның Виргиния утрауҙарында, Сингапурҙа, Гонконгта һәм Кук утрауҙарында теркәлгән 120 000 офшор компанияһы хаҡындағы мәғлүмәт һалынған 2,5 миллион файлдан ғибәрәт.
Британия һәм Америка журналистары электрон хатлашыуҙы һәм башҡа документтарҙы ҡулға төшөргән. Улар буйынса аҡса күсереүҙәр, төрлө компаниялар һәм кешеләр араһындағы бәйләнештәр, килешеүҙәр тураһында белергә була.
 ICIJ мәғлүмәттәре буйынса, офшорҙа килем алыусылар араһында АҠШ врачтары, Грецияның урта синыф вәкилдәре, диктаторҙарҙың туған-тыумасаһы, Уолл-стрит муттары, Көнсығыш Европа һәм Индонезия миллиардерҙары, Рәсәй корпорациялары менеджерҙары һәм халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы менән шөғөлләнеүселәр бар.
Ҡайһы берҙәренең исемдәрен Британияның The Guardian гәзите баҫтырып сығарҙы. Улар араһында Франция президенты Франсуа Олландтың һайлау алды казначейы Жан-Жак Ожье, Монголияның элекке финанс министры Баяарцогта Сангаджава, Әзербайжан лидеры Илһам Алиевтың ҡыҙҙары бар.
Исемлектә рәсәйлеләр ҙә бар. Улар- “Газпром”дәүләт компанияһының ике менеджеры, Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры Игорь Шуваловтың ҡатыны.
 Игорь Шувалов ғаиләһенең офшор инвестициялары хаҡындағы мәғлүмәттәр бер йыл элек The Financial Times һәм The Wall Street Journal баҫмаларында донъя күргәйне. Ул саҡта беренсе вице-премьер быны “йоғонто яһарға маташыусылар төркөмөнән бойондороҡһоҙлоҡ залогы”тип атаны. Рәсәй Генпрокуратураһы Шувалов аҡсаларының ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалыныуының ғәйебен күрмәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий