суббота, 13 апреля 2013 г.

Гуантанамо тотҡондары: ике ай буйы ас.



Гуантанамо тотҡондары ике ай буйы ас тора. Адвокаттарҙың һүҙҙәре буйынса, инде 100-ҙән ашыу тотҡон ашауҙан баш тартҡан, күптәр ас, һыуһыҙ тороу сәбәпле бик хәлһеҙ. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы 11 кешене трубка аша көсләп туҡландыралар. Төрмә властарының раҫлауынса, 166 кешенең 43-ө ашамай.
Гуантанамо тотҡондары 6 февралдә аслыҡ иғлан иткәйне: уларҙың раҫлауынса, тотҡондарҙың шәхси әйберҙәрен тартып алғандар һәм Ҡөрьән китабын яндырғандар.
Гуантанамо эшенә был илдә сәйәси кимәлдә кәртә ҡуялар. Вашингтонға визитым барышында мин был турала әйткәйнем,-тип белдерҙе Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитеты президенты Петер Маурер.
Был ваҡиғаларға бәйле яҡын арала тотҡондарҙың береһен Рәсәй яғы килеп күрергә ниәтләй. Төрмәлә 11 йыл инде Рәсәй гражданины Рауил Минһажев ултыра.
Йәшерен мәғлүмәттәрҙең ситкә сығыуы сәбәпле, Гуантанамола ҡайһы бер эштәрҙе судҡа тиклем ҡарау туҡтатылған. Был иһә хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал: судһыҙ, рәсми ғәйепләүҙәрһеҙ күптәрҙең төрмәлә интегеүе  менән йәмәғәтселек тә,  тотҡондар ҙа риза түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий