суббота, 13 апреля 2013 г.

”Сиктәрһеҙ врачтар:” Мали ҡасаҡтарына кисектергеһеҙ рәүештә ярҙам кәрәк.




 Халыҡ-ара ”Сиктәрһеҙ врачтар” гуманитар ойошмаһы вәкилдәре Мали ҡасаҡтарына кисектергеһеҙ рәүештә ярҙам кәрәклеге тураһында белдерҙе. Мавритания территорияһындағы Мбера ҡасаҡтар лагерында урынлаштырылған меңәрләгән Мали гражданы ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй. Өс мең кешегә бер бәҙрәф. Һыу етмәй. Яңы килеүселәр торлаҡты үҙҙәре әтмәләп алырға мәжбүр.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мали конфликты арҡаһында 170 мең кеше ҡасаҡҡа әйләнгән, 270-е ил эсендәге ирекһеҙҙән күскенсе статусын алған.
Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһы координаторы: “Килгән бөтә ҡасаҡтар ҙа ярҙамға мохтаж. Уларҙы яҡларға кәрәк. Ярҙамдың критерийҙарын билдәләү мөһим- барыһы ла тиҙ арала даими башҡарылырға тейеш.”
Мали халҡы, күбеһенсә туарегтар һәм ғәрәптәр, хөкүмәттеке булмаған гуманитар ойошмаларҙан ғына ярҙам ала. Сүллектәге был райондағы темепратура Цельсий буйынса 50-гә ҡәҙәр барып етә. Ҡасаҡтар 11 литр һыу ала, ә уларға 20 литр кәрәк. Врачтар аслыҡтан хәлһеҙләнгән балаларҙың үлә башлауы мөмкин, тип хәүефләнә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий