вторник, 9 апреля 2013 г.

Горбачев, Коль һәм Жискар д‘Эстен – Маргарет Тэтчер хаҡында.



70-90-сы йылдарҙың донъя лидерҙары Маргарет Тэтчерҙы хәтерләй.

Валери Жискар д‘Эстен, Францияның 70-се йылдарҙағы элекке президенты Тэтчерҙың идара итеүе Бөйөк Британияның артабанғы алға китешен, иҡтисади үҫешен билдәләне, бынан киләһе быуын сәйәсмәндәре лә файҙа күрҙе, тип иҫәпләй.

Валери Жискар д‘Эстен, 1974 - 1981 йылдарҙағы Франция президенты:
 “Унда әйтеп бөтөргөһөҙ көслө ихтыяр көсө бар ине. Характеры ҡаты булды. Тап шуның өсөн уны “тимер ханым” тип йөрөттөләр. Ул әңгәмәселәренең фекеренә ҡолаҡ һалып барманы, сөнки уларҙы үҙенән көсһөҙ, тип иҫәпләне.”
Немец хөкүмәте менән 1982-1998 йылдарҙа идара иткән Гельмут Коль өсөн Маргарет Тэтчерҙың үлеме “көтөлмәгәнсә” булды. Британияның элекке премьеры Коль һәм Советтар Союзы лидеры Горбачев инициативаһы менән башланған Германияның берләшеүен ул өнәмәне.
Гельмут Коль, 1982-1998 йылдарҙағы ФГР канцлеры:
”Ул бөйөк ҡатын ине, уға алмаш булмаясаҡ. Мин уға һәм уртаҡ үткәнебеҙгә ҙур хөрмәт һәм оло ихтирам менән ҡарайым.”
СССР президенты Михаил Горбачев интернет-сайтында Маргарет Тэтчерҙың үлеме хаҡында яҙҙы. Совет лидеры Британияның элекке лидеры менән мөнәсәбәттәрен “ҡатмарлы, әммә дуҫтарса”, ә Тэтчерҙың үҙен “ҙур сәйәсмән һәм сағыу кеше”, тип баһаланы.
Вашингтонда, Парижда, Мәскәүҙә, бөтә донъя буйынса дүшәмбе көн кешеләр Британия илселектәренә сәскәләр килтерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий