вторник, 9 апреля 2013 г.

Путин Ганноверҙа: шәрә феминистар, НКО һәм Корея.



Дүшәмбе Владимир Путин Ганновер сәнәғәт йәрминкәһенә килгәс тә, уға арҡаларына оятһыҙ һүҙҙәр яҙылған Femen хәрәкәтенең ярым шәрә активистары һөжүм итте. Путиндың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков уларға яза биреүҙе һораны, әммә Путин һуңыраҡ акцияның оҡшауы, уларҙың Ганновер йәрминкәһенә иғтибарҙы йәлеп итеп тороуҙары тураһында әйтте, тик сәйәси бәхәстәрҙе кейенгән килеш алып барырға яратыуын белдерҙе.

Ә был ваҡытта Германия канцлеры Ангела Меркель сәнәғәт күргәҙмәһе трибунаһын Рәсәй лидерына граждандар иркен хөрмәт итергә кәрәклеген иҫкә төшөрөү өсөн файҙаланды.

Ангела Меркель, ФГР канцлеры:
Дәлилдәргә таянған иҡтисади үҫеш өсөн эшләүсе белгестәрҙең, ғәҙәттә, йәмғиәттәге хәлдәргә үҙ фекере була. Йәмғиәттең алға китеше өсөн, азатлыҡ һәм күп төрлөлөк кәрәк.
Ҡайһы берәүҙәрҙең аңлауынса, Меркель ошо рәүешле Рәсәйҙәге коомерция менән шөғөлләнмәгән ойошмаларҙы тикшереү тураһында һүҙ алып бара, тип уйланылар. Путин быға коммерция булмаған ойошмаларҙы ябыу тураһында һүҙ бармауы, финанстар ағымы ғына тикшерелеүен белдерҙе. Ул шулай уҡ Корея ядро хәүефенә етди ҡарарға саҡырҙы.
Владимир Путин, РФ президенты:
Йәшермәйем, Корея ярымутрауындағы эскалация беҙҙе борсой, сөнки беҙ күршеләр. Хоҙай һаҡлаһын, әгәр бер-бер хәл булһа, беҙ белгән Чернобыль балалар әкиәте кеүек кенә күренәсәк. Бындай хәүеф бармы тигәнгә мин шуны әйтәм: эйе, бар.”
Меркелдең әйтеүенсә, Корея ярымутрауындағы хәлдәр буйынса уртаҡ темалары бик күп булмаған  Рәсәйҙең һәм Көнбайыштың позицияһы тап килә. Канцлер Мәскәүҙе һәм Пекинды, хәлдәрҙе тотороҡландырыу маҡсатында,  Пхеньянға үҙ йоғонтоһон файҙаланырға саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий