понедельник, 8 апреля 2013 г.

Греция матбуғаты:Германия үҙе Грецияға бурыслы.



Германияның Грецияға 162 миллиард евро күләмендә репарация түләргә тейеш булып сығыуы ихтимал. Был турала Грецияның “Товима баҫмаһы, уға һылтанып немецтарҙың Шпигел”е хәбәр итә. Греция журналистары илдең финанс министрлығы янындағы махсус комиссия әҙерләгән 80 битле докладҡа таяна. Журналистарҙың мәғлүмәттәре буйынса, эксперттар 190 000 архив материалын тикшергән һәм Икенсе Бөтә донъя һуғышы заманынан немецтарҙың бурысы ҡалыуын иҫбатлаған. Әммә, баҫманың хәбәр итеүе буйынса, финанс министрлығы докладҡа “йәшерен” грифы һуҡҡан.

Греция сәйәсмәндәре, фашистарҙың енәйәттәре өсөн, Германияның компенсация мәсьәләһе асыҡ ҡала, тип белдерә килде. Берлин иһә был теманы ябыҡ, тип иҫәпләй, сөнки 1960 йылғы килешеү буйынса, ул Афинаға 115 миллион марка- 50 миллион евронан ашыу түләгән.

Репарациялар- көрсөк хәлендәге Греция өсөн ҡырҡыу һәм мөһим мәсьәлә. 162миллиард  евро Грецияға бурыстарҙан ҡотолорға ярҙам итер ине. Уң сәйәсмәндәр ҙә, һулдар ҙа хөкүмәттән репарация мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итә.

/репарация-(лат.reparatio тергеҙеү) агрессив һуғышты башлап ебәргән дәүләттең хоҡуҡи материаль яуаплылыҡ формаһы/

Комментариев нет:

Отправить комментарий