четверг, 11 апреля 2013 г.

Сүриә: “Әл-Нусра фронты” “Әл-Ҡаиҙә” менән бәйле булыуын таныны.



Сүриәлә Бәшәр Асад режимына ҡаршы һуғышҡан “Әл-Нусра” исламистар төркөмө “Әл-Ҡаиҙә”лидеры Айман аз-Завахириға тоғро булырға ант итте. Был турала фронт лидеры Әбү Мөхәммәт Ғәләни белдерҙе. Ул шулай уҡ боевиктарының”Ирак ислам дәүләте селтәре менән берекмәгә инмәүен дә белдерҙе.
Экстремистик интернет-сайттарҙың береһендә таратылған яҙмала“Әл-Нусра фронты” боевиктарының шәйех Айман аз-Завахириға һәр саҡ буйһонорға ант итеүе лә күренә, тап аз-Завахири, Усама бен Ладенды юҡ иткәндән һуң, “беренсе номерлы террорис”ҡа әйләнде.
“Әл-Нусра фронты” Сүриә Алеппоһында хөкүмәт армияһына ҡаршы актив һуғыштар алып бара. Төркөмдөң төп өлөшөн сит илдәрҙән килгән ялланма йыһатсылар тәшкил итә.
АҠШ Әл-Нусра фронты”н террористик ойошмалар исемлегенә индерҙе. Хәрби аналитиктар белдереүенсә, улар Сүриәләге тыныс халыҡты күпләп үлтергән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий