четверг, 11 апреля 2013 г.

Олланд бөтә донъялағы һалым төлөктәрен юҡ итергә ниәтләй.



Француз властары бөтә донъялағы ҙур иҡтисади енәйәттәр менән аяуһыҙ рәүештә көрәшәсәк һәм, һалыу түләүҙәрҙән ҡасыуға сик ҡуйыу өсөн, барыһын да эшләйәсәк. Франция президенты Франсуа Олланд бөтә донъялағы офшор зоналарын юҡ итергә кәрәк, тип белдерә һәм коррупция, финанс мутлыҡтары менән көрәштә яңы көрәш саралары тәҡдим итә: “Француз банкылары йыл һайын бөтә донъялағы үҙенең филиалдары исемлеген баҫтырып сығарырға, бизнестарҙың асылын асып һалырға тейеш буласаҡ. Франция менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡан теләһә ниндәй илде мин һалым ышығы, тип иҫәпләйәсәкмен.”
 Олландтың уйы буйынса, коррупцияға ҡаршы программа ҡабул ителгәндән һуң, француздар башҡа илдәрҙең иҫәптәрендә үҙ байлыҡтарын йәшереп ятҡыра алмаясаҡ. Ул бөтә Евроберләшмә кимәлендә ошондай саралар индерелер, тип өмөтләнә.
Францияла коррупцияға ҡаршы программаны ҡабул итеү кәрәклеге элекке бюджет министры Жером Каюзактың Швейцария банкында иҫәбе барлығын йәшереүе асыҡланғас һәм ғауға ҡупҡас килеп тыуҙы.
Олланд хәбәр итеүенсә, яҡын арала Францияла айырым финанс прокуратураһы һәм коррупция, мутлыҡтары менән милли көрәш идаралығы төҙөләсәк. Апрель аҙағында быға ярашлы закон проекты хөкүмәт ҡарамағына сығарыласаҡ, ә аҙаҡ парламентҡа тапшыраласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий