четверг, 11 апреля 2013 г.

Генпрокуратура НКО-ла “миллиард доллар”тапҡан.


Рәсәй Генпрокуратураһы Рәсәйҙә коммерция менән шөғөлләнмәгән ойошмаларҙың(НКО) һуңғы йылда сит илдәрҙән 28 миллиард һум аҡса алыуын иҫбатлаусы дәллилдәре барлығы тураһында хәбәр итте. Президент Владимир Путин бер нисә көн элек немец телевидениеһына биргән интервьюһында НКО-ның 1 миллиард доллар алыуы хаҡында белдергәйне.
Юстиция министрлығы НКО-лар араһында тәүге сит ил агентын тапҡан: “Голос”ассоциацияһын сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙә ( һайлау кодексы проектын әҙерләүҙә) һәм сит ил финанстарын алыуҙа ғәйепләне (Хельсинки комитетынан Андрей Сахаров премияһын алыуҙа).
Дәүләт Думаһындағы “Ғәҙел Рәсәй”фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов быға шундай комментарий бирҙе:
“Әгәр сит илдән аҡса алыу факты бар икән, был сәйер күренеш, беҙ үҙебеҙҙең һайлау хоҡуғы проблемаларын хәл итәбеҙ, беҙ үҙебеҙҙең һайлау кодексы проблемаларын хәл итәбеҙ икән, был беҙҙең эске эшебеҙ. Ни өсөн уны сит илдән кемдер финансларға тейеш.”
Юстиция министрлығы “Голос”ассоциацияһына һәм уның башҡарма директоры Лидия Шибановаға ҡаршы күптән түгел ҡабул ителгән законды боҙғаны- коммерция менән шөғөлләнмәгән, сит ил агенты функцияһын үтәүсе ойошма булараҡ теркәлмәгәне өсөн, административ эш ҡуҙғатты. “Агенттар хаҡындағы закон” тәүге тапҡыр эшкә егелде. Шибановаға 300 мең ә ассоциацияға 500 мең һум күләмендәге штраф янай.
“Былар барыһы ла юҡты бар итеп ойошторолған: беҙ баш тартҡан 7 мең евро ла, актив эшмәкәрлегебеҙ былтыр уҡ тамамланған һайлау кодексы ла. Юстиция министрлығына ошондай кампания үткәреү бурысы ҡуйылған, күрәһең. Юстиция министрлығына ла был күңелле шөғөл түгелдер, улар бит юрист, барыһын да аңлап тора. Эште судҡа алып барып еткереү, ғауға сығарыу һәм йәмғиәткә “беҙ ул агенттарҙы таптыҡ, тип әйтер өсөн эшләнә былар,-” тип иҫәпләй “Голос”-тың башҡарма директоры Григорий Мельконьянц.
Рәсәйҙәге коммерция менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тикшереү март аҙағында башланды. Властар уны планлы тикшереү тип атай, ә хоҡуҡ һағында тороусылар бында сәйәси баҫым яһауҙы күрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий